Пятница, 19.04.2024 | Регистрация | RSS | Вход | НОК |
MENU
Главная » 2018 » Сентябрь » 19 » Здоровой образ жизни начинается в семье
07:50
Здоровой образ жизни начинается в семье
"Ғаиләм – көс туплаусы нур-йомғаҡ” - «Здоровой образ жизни начинается в семье»

Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған-яҡты өйрәнеү бүлеге 1-се һанлы Аҡъяр мәктәбенең 9а классы уҡыусылары өсөн бөтә донъя Рәсәй айыҡлыҡ көнөнә арналған “Ғаиләм – көс туплаусы нур-йомғаҡ” - «Здоровой образ жизни начинается в семье» тигән темаға түңәрәк өҫтәл ойошторҙо. Сараға сәләмәт тормош алып барған Сафин Ринат Сафин улы, Хәйҙәрова Мәрйәм Ниғмәт ҡыҙы, өлгөлө ғаилә башлығы Бикбов Рәфил Урал улы, Акъяр социаль балалар һәм үҫмерҙәр приюты тәрбиәсеһе Ғәббәсова Миңзәлә Ғәҙелша ҡыҙы саҡырылды.

Китапхана хеҙмәткәре Лира Такалова замана афәтенә әйләнгән, илебеҙҙә генә түгел бөтә донъяла тәрән тамыр йәйгән эскелеккә ҡаршы көрәш, яман ғәҙәттәрҙән йыраҡ булыу иң тәүҙә ғаиләлә һалыныуы, өлгөлө, яҡшы холоҡло ата-әсәй генә балаларына күркәм эштәре, лайыҡлы йәшәү рәүеше аша баланың яҡты киләсәгенә нигеҙ һалыныуы тураһында һөйләп үтте. Ғаилә – үҙенсәлекле социаль берләшмә, аҡыл көсө менән барлыҡҡа килгән айырым донъя. Унда яңы тормош, яңы кеше тыуа. Ғаилә аша ғына һин үҙ булмышыңды аңлайһың, бары тик унда ғына иң яҡшы кешелек сифаттарын, рухи көсөңдө үҫтерә алаһың.

Сафин Ринат Сафин улы һәм Хәйҙәрова Мәрйәм Ниғмәт ҡыҙы уҡыусыларға: “Һаулығын даими ҡайғырҡан, көслө рухлы булған, спорт менән дуҫлашҡан, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барған кешеләр бәхетле һәм оҙон ғүмер кисерәләр. Ошо хәҡиҡәтте төшөнөү һәм шуға ярашлы йәшәү – һәр кемдең изге бурысы” - тип үҙҙәренең сәләмәт тормош тәжрибәләре менән уртаҡлаштылар.

Өлгөлө ғаилә башлығы Бикбов Рәфил Урал улы ҡурайҙа “Азамат” башҡорт халыҡ көйөн башҡарып уҡыусыларға изге теләктәрен еткерҙе: “Сабыйҙарыңды киләсәктә ниндәй итеп күргең килһә, башта үҙеңә шундай булырға кәрәк. Балалар ата-әсәләренән өлгө ала. Улар ата-әсәнең ҡарашын, фекерләүен һәм рухи ҡиммәттәрен үҙләштерә, бөтә аҙымын ҡабатлай. Балаға ата-әсәнең төп бүләге – өлгөлө холоҡ. Сәләмәт булыу, ата-әсәйеңдең, туғандарыңдың яғымлы ҡарашын, хәстәрлеген тойоп йәшәү, кешеләргә ярҙам итеү, изгелек эшләү, тырышып уҡыу, илеңә, халҡыңа файҙа килтереү – бәхеткә илтеүсе ҡиммәттәр”.

Ата-әсәле булып сабыйҙарҙың дәүләт ҡарамағына эләгеүе, ғаилә наҙын тоймайынса, балалар йортонда тәрбиәләнеүе, алкоголдең әхләки зыяны тураһында Акъяр социаль балалар һәм үҫмерҙәр приюты тәрбиәсеһе Ғәббәсова Миңзәлә Ғәҙелша ҡыҙы һөйләп үтте.

Сарабыҙ һуңында китапхана мөдире Рәмилә Файзуллина “Һаулыҡ – ҙур байлыҡ” китап күргәҙмәһенә байҡау яһап Лира Яҡшыбаеваның “Бөтәбеҙгә бер Ер шары” исемле китабынан “Ыласындар” повесы менән төплө таныштырҙы һәм “Сәләмәт тормош – беҙҙең яҡты киләсәгебеҙ” исемле буклеттар таратылды.

Бөгөнгө көндә, ҡыуанысҡа күрә, йәштәр спорт менән шөғөлләнә, белем алырға ынтыла, дингә, иманға тартыла. “Яман ғәҙәттәрҙән көслөрәк булып, күберәк хәрәкәт итеп, яҡын кешеләребеҙ менән тормоштоң ғәҙәти ҡыуаныстарын кисереп йәшәргә яҙһын “- тип тамамланды сарабыҙ.

Просмотров: 576 | Добавил: haibkult | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar