Четверг, 25.04.2024 | Регистрация | RSS | Вход | НОК |
MENU
Главная » 2021 » Октябрь » 16 » Ҡунысбаев Ҡ.Ф. иҫтәлегенә Еңеү аллеяһы булдырылды.
15:15
Ҡунысбаев Ҡ.Ф. иҫтәлегенә Еңеү аллеяһы булдырылды.
16 октябрь Урыҫбай ауылында Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, өс Дан ордены кавалеры - Ҡотлоғәфәр Фазылғафар улы Ҡунысбаев иҫтәлегенә Еңеү аллеяһы булдырылды.

Әһәмиәтле һәм күркәм сара барышында батыр якташыбыҙ иҫтәлегенә һәйкәл асылды һәм Урыҫбай ауылының барлыҡ һуғышта ҡатнашҡан яугирҙары иҫтәлегенә ағастар ултыртылды.

Еңеү аллеяһы идеяһын тормошҡа ашырыу - ауыл старостаһы Үлмәҫҡол Нуриәхмәт улы һәм уның тормош иптәше Венера Ҡотлоғәфәр ҡыҙы Байғабуловтарҙың инициативаһы һәм тырышлығы менән тормошҡа ашырылды. Идеяны барлыҡ ауыл халҡы, батырҙың тыуғандары ихлас күтәреп алған.
Хәтер - мәңгелек!

Просмотров: 251 | Добавил: haibkult | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar