Воскресенье, 24.06.2018 | Регистрация | RSS | Вход |
MENU
Главная » 2017 » Январь » 20 » Хәйбулла районы башҡорттары ҡор йыйҙы
07:04
Хәйбулла районы башҡорттары ҡор йыйҙы
17 ғинуарҙа Аҡъяр ауылының район Мәҙәниәт йортонда Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайының йомғаҡлау ултырышы үтте.

Унда Хәйбулла районы муниципаль район хакимиәте башлығы Раил Хазморат улы Ибраһимов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесенең 1-се урынбаҫары Вельмир Хәйбрахман улы Аҙнаев, Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ирек Ниғәмәт улы Бикмәтов, Ырымбур өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Йәғәфәр Йәнгилде улы Яманһарин, Орск ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Гөлсәсәк Талғат ҡыҙы Кәипова, район ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары, хакимиәт башлығы урынбаҫарҙары, ауыл биләмәләре ҡоролтайы рәйестәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары, йәмәғәт ойошмалары етәкселәре, мәктәп директорҙары, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ҡатнашты.

Сараны район хакимиәте башлығы Раил Ибраһимов асты. Көн тәртибенә ярашлы ул үҙенең сығышында райондың социаль-иҡтисади хәле менән таныштырҙы, мәҙәни-рухи мәсьәләләргә туҡталды, йәмәғәт ойошмаларының, атап әйткәндә “Ағинәйҙәр”, “Ир-азаматтар”ҡорҙары, район ҡоролтайы эшмәкәрлегенә баһа биреп үтте.

Көн тәртибенә ҡуйылған мөһим тема - "Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайының 2016 йылдағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһау" буйынса башҡарма комитет рәйесе Хәлил Ибраһимов сығыш яһаны. Үткән йылда башҡарылған эштәрҙе анализлағандан һуң, ҡоролтайҙың эшмәкәрлеге ҡәнәғәтләнерлек, тип табылды.

Сарала Вельмир Аҙнаев Башҡарма комитеттың эш йүнәлештәре, пландары хаҡында бәйән итте. Шулар рәтендә РФ Президенты В.В. Путиндың Башҡортостан Республикаһы төҙөлөүенең 100 йыллығын байрам итеү тураһындағы Указын тормошҡа ашырыу ниәтенән һәр төбәктә уны үтәү буйынса план ҡабул итеү хаҡында һүҙ барҙы. “100 йыллыҡҡа – 100 объект”, “100 йыллыҡҡа – 100 шәхес” программаларына беҙҙең төбәктән дә исемлек билдәләү кәрәклеге әйтелде.

Йыйында Вельмир Хәйбрахман улы Әхмәт Хәмит улы Хәмиҙуллинға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалын тапшырҙы. Йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашҡан бер төркөм милләттәштәрҙе Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләне.

Сарала шулай уҡ башҡорт халҡының матди һәм рухи мәҙәниәтен үҫтереүгә өлөш индергән өсөн ҡайһы бер әүҙем эшмәкәрҙәргә район хакимиәте башлығының, урындағы ҡоролтайҙың Рәхмәт хаттары тапшырылды.

Ауылда кесе эшҡыуарлыҡты үҫтереү юлдары, халыҡтың мәшғүллеген хәл итеү мәсьәләһе хаҡында Аҡъюл ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы Буранбай Илбәков сығыш яһаны.

Урындағы ҡоролтай ағзаһы, район дауаханаһы табибы Даян Солтағужиндың сығышы ла бик фәһемле булды.

“Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында” БР Законын тормошҡа ашырыу темаһы көн үҙәгендә торҙо. Экологияға ҡағылышлы һорауҙар ҙа ситтә ҡалманы. Бының хаҡта Йәнтеш ауылы старостаһы, ҡоролтай ағзаһы Урал Торомтаев һөйләне. Йылғалар һайыға, рөхсәтһеҙ сүп-сар полигондары барлыҡҡа килә, ауыл халҡының барыһы ла малын көтөүгә йөрөтмәй — ошондайыраҡ мәсьәләләргә ҡағылып үтте ул. Был барыбыҙға ла билдәле. Әммә халыҡтың киң ҡатламын йәлеп итмәйенсә, ниндәйҙер ыңғай һөҙөмтәләргә ирешеү мөмкин түгел. Шуға күрә йәмәғәт ойошмаларына, шул иҫәптән ауылдарҙағы башҡорт ҡоролтайҙары ағзаларына урамдарҙы, йылға буйҙарын, урмандарҙы таҙа тотоу, бәләкәй йылғаларҙы таҙартыу буйынса өмәрләр ойоштороу, һ. б. саралар тураһында халыҡ араһында даими рәүештә аңлатыу эштәре алып барырға ҡушылды.

Ултырышта Хәлил Хужәхмәт улы Ибраһимовтың ғаризаһына ярашлы, ул рәйес вазифаһынан бушатылды.

Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе итеп бер тауыштан район мәғариф идаралығының туған телдәр буйынса методисы Ғәни Ғәле улы Бикбаев һайланды.

Ултырыш ҡарары буйынса район башҡорттары ҡоролтайының, ауылдарҙа ҡоролтайҙың тәүге ойошмаларының эшен йәнләндерергә тигән тәҡдим ҡабул ителде.

Ҡоролтай эшендә ауылдарҙан килгән “Ағинәйҙәр” ҡоро ағзалары, мәҙәниәт идаралығы хеҙмәткәрҙәре бик әүҙем ҡатнашты. Ағинәйҙәр Мәҙәниәт йортоноң фойеһында бай күргәҙмә ойошторһа, үҙэшмәкәр артистар йөкмәткеле концерт программаһы менән сараны йәмләне.

Источник:haibulla.bashkortostan.ru

Просмотров: 116 | Добавил: haibkult | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar