Пятница, 26.04.2024 | Регистрация | RSS | Вход | НОК |
MENU
Главная » 2019 » Июнь » 1 » Ю. Моратов исемендәге конкурста ҡатнаштыҡ
13:48
Ю. Моратов исемендәге конкурста ҡатнаштыҡ
17 майҙа Сибай ҡалаһы хакимиәте мәҙәниәт бүлеге һәм балалар сәнғәт мәктәбе менән берлектә Юлай Моратов исемендәге һәүәҫкәр композиторҙарҙың асыҡ ҡала конкурсын ойошторҙо. Был бәйге ике йылға бер тапҡыр үткәрелә. Ул популяр композитор, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, мәғариф отличнигы Юлай Хәким улының исемен мәңгелләштереү, яңы таланттарҙы асыу һәм күтәреү, республиканың ҡала-райондары араһында ижади дуҫлыҡ булдырыу, йырсыларҙың, сәнғәт коллективтарының репертуарын байытыу маҡсатын ҡуя.



Был конкурста район мәҙәниәт йортонан һәүәҫкәр композитор Рәсимә Рафиҡ ҡыҙы Денисламова вокал жанрында ҡатнашты. Бәйге шарты буйынса төрлө характерҙағы ике әҫәр йә йыр әҙерләнергә һәм улар автор йә йырсылар тарафынан башҡарылырға тейеш ине. Рәсимә Денисламова Гөлнур Ҡыуатова һүҙҙәренә ижад иткән "Балан" исемле йыры менән сығыш яһаны, һәм Фәнәүис Дәүләтбаев һүҙҙәренә ижад ителгән "Һай илемдең аҫыл ҡыҙҙары" йырын Азат Исҡужин башҡарҙы.



Бәйгеселәрҙе абруйлы сәнғәт әһелдәренән һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәренән торған жюри ағзалары баһаланы. 30 яҡын сығыш араһынан Рәсимә Денисламова "Музыка сәнғәтенә тоғролоҡ" номинацияһына лайыҡ булды. Һәр башҡарыусыға дипломдар һәм бүләктәр тапшырылды.
Просмотров: 508 | Добавил: haibkult | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar