Четверг, 18.04.2024 | Регистрация | RSS | Вход | НОК |
MENU
Главная » 2018 » Февраль » 2 » Илдар Юнысовҡа “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалы тапшырылды.
15:03
Илдар Юнысовҡа “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалы тапшырылды.
Хәйбулла ерендә атай-олатайҙарының изге аманатын, Башҡортостан ҡото – тылсымлы ҡурайҙы һаҡлаған һәм ҡурайҙа уйнау сәнғәтен үҫтергән Илдар Юнысовтың исеме күптәргә таныш. Йомабай Иҫәнбаев исемендәге Аҡъяр балалар сәнғәт мәктәбе педагогы, “Түңгәүер” халыҡ ҡурайсылар ансамбле етәксеһе, оҫта ҡурайсы, сәсән-йырсы ул. Милли мәҙәниәтте, халыҡ ижадын һаҡлауға индергән ҙур өлөшөн баһалап, Илдар Әбделмән улына Өфөлә үткән “Халыҡтар дуҫлығы һәм берҙәмлеге менән йәшәй йөҙйәшәр Башҡортостан” фестиваль-марафонында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалы тапшырылды.
Ҡотлайбыҙ!

Просмотров: 808 | Добавил: haibkult | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar