Четверг, 28.03.2024 | Регистрация | RSS | Вход | НОК |
MENU
Главная » 2017 » Март » 6 » Билдәле ҡурайсы Сәйфулла Ишҡәле улы Дилмөхәмәтовтың тыуыуына 85 йыл тулыуға арналған хәтер кисәһе үтте
15:06
Билдәле ҡурайсы Сәйфулла Ишҡәле улы Дилмөхәмәтовтың тыуыуына 85 йыл тулыуға арналған хәтер кисәһе үтте
Хәйбулла районының Тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында районыбыҙҙың арҙаҡлы ҡурайсыһы, халыҡ музыка ҡоралы – ҡурай эшләү оҫтаһы, Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Хәйбулла районының Почетлы гражданины Сәйфулла Ишҡәле улы
Дилмөхәмәтовтың тауыуына 85 йыл тулыуына арналған хәтер кисәһе үтте. Ҡурайсыға арналған бай күргәҙмә лә эшләй башланы.
Сарала Сәйфулла Ишҡәле улы Дилмөхәмәтовтың улы Риф Дилмөхәмәтов, мәҙәниәт идаралығы начальнигы Мәмбәтова Лариса Рәшит ҡыҙы , 60-сы йылдарҙа районыбыҙҙың үҙешмәкәр сәнғәтендә әүҙем ҡатнашыусы, билдәле тарихсы Рәшит Ғимәт улы Насиров, район ҡурайсылар берекмәһе етәксеһе Илдар Әбделмән улы Юнысов, район башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Ғәни Ғәле улы Бикбаев, ҡурайсылар, мәктәп балалары ҡатнашты
Йылайыр районында тыуып-үҫкән, әммә барлыҡ гүмерен Хәйбулла районында ҡурай сәнғәтен үҫтереүгә бағышлаған Сәйфулла Дилмөхәмәтовтың эштәрен баһалап бөтөрөлөк түгел. Уның тынғыһыҙ хеҙмәте емеше булып районда ҡурайсыларҙың тотош бер династияһын үҫеп етте.
Ижади уңыштары, актив йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн « Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем лайыҡ була.
Сәйфулла Ишҡәле улы үҙ ҡулдары менән ҡурай эшләүе айырым бер хөрмәткә лайыҡ. Республикала һәм унан ситтә ул эшләгән нәзәҡәтлеге, моңо менән айырылып торған ҡурай халыҡ һәм ҡурайсылар араһында киң попурярлыҡ яулай. Шуның өсөн уға 1987 йылда бөтә Союз халыҡ хужалығы уңыштары күргәҙмәһендә «Халыҡ инструменты-ҡурай эшләү оҫтаһы»тигән маҡтаулы исем бирелә.



Халыҡ оҫтаһы, ҡурайсы, педагог талантын ихтирам итеп район етәкселеге С.И.Дилмөхәмәтовҡа 1992 йылда «Хәйбулла районының почетлы гражданины» тигән исем бирә.
Сағыу шәхес Сәйфулла Ишҡәле улы 2004 йылдың 27 авгусында арабыҙҙан китте, әммә уның яҡты иҫтәлеге халыҡ хәтерендә һаҡлана. Йыл һайын Хәйбулла районында Сәйфулла Дилмөхәмәтов призына ҡурайсылар бәйгеһе үткәрелә. Район мәҙәниәте йортонда 2007 йылда уға таҡтаташ асылды.
Хәйбуллалар ҡурай моңон һаҡлай. Йылдан йыл рухлы, талантлы йәш ҡурайсыларыбыҙ үҙҙәренең сығыштары менән беҙҙе кыуандырып тора.
Просмотров: 792 | Добавил: haibkult | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar